+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2022, 11:39

Туристар өсөн ял урындары арта

Милли проекттар ярҙамы менән глэмпингтар асылған. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Туристар өсөн ял урындары арта
Туристар өсөн ял урындары арта

Республикала модулле отелдәр селтәрен үҫтереү туристар ағымын арттырыға ярҙам итергә тейеш, тип иҫәпләй эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. 

Башҡортостанда әлеге ваҡытта эшләгән 38 глэмпинг - яңы туризм төрөндәге объект иҫәпләнә. 

Яңыраҡ Ҡырмыҫҡалы районында Natura Park глэмпингы асылды. Проектты тормошҡа ашырыуға 12 миллион һум самаһы аҡса һалынған һәм алты яңы эш урыны булдырылған.

Тиҙҙән Башҡортостанда тағы ла бер нисә глэмпинг асыу планлаштырыла. Яңы туристик урындар булдырыу «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» һәм «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекттарын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә башҡарыла.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: