

Йәйге көндәрҙең тиҙ үтеүе хайран ҡалырлыҡ.Район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Нәсимә Вәис ҡыҙы шылтыратып, ауыл хәбәрселәр мәктәбенә бишенсе төркөм йыйыласағы тураһында әйткәс, ҡушҡуллап ризалаштым. Донъя мәшәҡәтенән әҙерәк ял итеп, кеше менән аралашһаң үҙе бер дауа. Бына уҡырға йыйылдыҡ, мине бөтәһе лә йылмайып ҡаршы алды. Нәсимә Вәис ҡыҙы ихлас “С.ВОИ” ауыл хәбәрсеһе мәктәбе тураһында һөйләне. Уҡытыусыбыҙ Динара Йәүҙәт ҡыҙы менән дә таныштыҡ. Ул шундай алсаҡ, кешелекле, үҙе тураһында һөйләп үтте. Һәр уҡыусы үҙенең тормош юлы менән таныштырҙы. Арабыҙза иң олоһо Шәрифә апай,мин иң кесеһе булып сыҡтым. Миңзәлә апай, Ринат ағай, Фуат ағай һәм Дамира апайҙың яҙмыш һуҡмаҡтары тураһында тыңланыҡ. Дәрес бик ҡыҙыҡлы үтте.
Бөтәһенә лә рәхмәт!
Кинйәбикә Фәйзуллина.
"С.ВОИ. ауыл хәбәрсеһе мәктәбе" уҡыусыһы