+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2022, 15:25

Гәзиткә яҙылып, бүләкле лә булдылар!

3 августа Башҡортостан телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуындағы тура эфирҙа  2022 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылғандар араһында барған “Яҙыл да, бүләк от!” уйыны еңеүселәре билдәләнде.

Гәзиткә яҙылып, бүләкле лә булдылар!
Гәзиткә яҙылып, бүләкле лә булдылар!

3 августа Башҡортостан телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуындағы тура эфирҙа  2022 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылғандар араһында барған “Яҙыл да, бүләк от!” уйыны еңеүселәре билдәләнде.

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто ойошторған был уйында, уның шарттарына ярашлы бер республика һәм бер район йә ҡала, йәки ике республика баҫмаһына яҙылғандар ҡатнашты.  

Уйында ҡатнашыуға бер меңдән ашыу хат килеп, шуларҙан конкурс шарттарына тап килгән 500-ҙән ашыуы һайлап алынды. Хаттар айырыуса Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла райондарынан күп килде.

Уйын һөҙөмтәләре төп приз – ноутбук «Башҡортостан укытыусыһы» и «Шоңҡар» журналдарына яҙылған Дыуан районынан Айһылыу Сирбаеваға эләкте.

Мотоблок  иһә «Республика Башкортостан» и «Аургазинский вестник» гәзитен алдырған Минзәлә Мөлөкова (Ауырғазы районы) отто.  

Икенсе ярты йыллыҡҡа «Ағиҙел» һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдарына яҙылған Өфөнән Рәсимә Яҡупова туңдырғыслы булды. Телевизор «Буздяксие новости» һәм «Тамаша»  журналын яратып уҡыған Зифа Цуканова (Бүздәк районы) бәхетенә төштө.

Велосипедты Көйөргәҙе районынан  «Йәшлек» и «Юшатыр» район гәзитенә абонемент тултырған Мәҙинә Сәйфуллина аласаҡ.

Шуны ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар:  1 сентябргә тиклем  2023 йылдың тәүге ярты йыллығына ташламалы хаҡҡа гәзит-журналдарға яҙылып ҡалыу мөмкинлеге бар. Яҙылығыҙ ҙа “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто үткәргән уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр отоғоҙ!

ФОТО: tuvest.ru

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: