+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2022, 12:26

Төбәк проекттарын финанслау 1,5 тапҡырға артҡан

Төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ҡаралған аҡса күләме уҙған йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға артҡан.  #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Төбәк проекттарын финанслау 1,5 тапҡырға артҡан
Төбәк проекттарын финанслау 1,5 тапҡырға артҡан

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы эшләп килгән 12 милли проекты нигеҙендә  49 төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Быйыл,  төҙәтмәләр индерелгән  планға ярашлы, төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға 40,9 миллиард һум аҡса ҡаралған. Ошо сумманың  30,1 миллиард һумы  федераль бюджеттан һәм  бюджеттан тыш фондтары аҡсаһы буласаҡ. Тағы ла 10,8 миллиард һумы республика бюджетынан бүленәсәк. Сағыштырыу өсөн, былтыр төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға 27 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, шуның 18,8 миллиард һумы  федераль бюджеттан  булған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: