+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2022, 08:10

Башҡортостанда экотуризм үҫешә

Башҡортостанда глэмпингтар һаны 38-гә еткән.

Башҡортостанда экотуризм үҫешә
Башҡортостанда экотуризм үҫешә

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала ял итергә теләүселәргә уңайлы булһын өсөн глэмпингтар исемлеге төҙөлгән. Унда 38 турист объекты ингән.

“Глэмпинг” һүҙе “гламур” һәм “кемпинг” һүҙҙәре ҡушылыуынан яһалған. Ҡунаҡхана бүлмәһендәге кеүек уңайлыҡтар менән тәбиғәт ҡосағында ял итеү ойоштороуҙы аңлата ул. Унда электр уты үткән, карауаттар һәм башҡа уңайлыҡтар була. Тирмә, палатка, ҡыуыш рәүешендә ойошторолған булыуы мөмкин.  

Глэмпингтар исемлеге менән БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының сайтында танышырға мөмкин. Документ даими тулыландырып торола.

БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, глэмпингтар асылыуға “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттары буйынса дәүләт ярҙамы ҙур роль уйнай.

Глэмпинг асырға теләгән эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамы буйынса консультация алыу өсөн “Минең бизнесым” үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. Телефон: +7 (347) 224-99-99.  Шулай уҡ бизнес-шерифтарға ла мөрәжәғәт итергә була, уларҙың телефондарын ошо һылтанма буйынса таба алаһығыҙ: һылтанма.  

Фото –   БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-08-04/turistar-a-u-ayly-tar-arta-2898101?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420

Автор:
Читайте нас: