+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2022, 08:15

Икенсел торлаҡ һатып алыу ипотекаһы киңәйтелә

Рәсәйҙең финанс министрлығы ташламалы ғаилә ипотекаһы программаһын киңәйтергә уйлай. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Икенсел торлаҡ һатып алыу  ипотекаһы киңәйтелә
Икенсел торлаҡ һатып алыу ипотекаһы киңәйтелә

Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр икенсел баҙарында торлаҡ һатып алыуға заем аҡсаһын тотона аласаҡ. Был  программа менән 2023 йылдың 31 декабренә тиклем балаһы тыуған ғаиләләр  файҙалана ала. Йәғни программа бер йылға оҙайтыла.

     Финанс министрлығы билдәләүенсә, ставкаһы түбән булған торлаҡ кредиттары ҙур һорау менән файҙаланыла. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, август башына Рәсәйҙә 372 меңдән ашыу ғаилә был программа менән файҙаланған, кредиттар 1,3 триллион һумға бирелгән. Шулай уҡ, проект «Ғаилә ипотекаһы» программаһы сиктәрендә кредитлау маҡсаттарын киңәйтергә тәҡдим ителә.

       Яңы фатирҙар һәм йорттарҙан тыш, заемсылар икенсел торлаҡ баҙарында ла торлаҡ һатып ала аласаҡ. Ләкин бындай мөмкинлек инвалид бала тыуған ғаиләләргә генә биреләсәк. Төҙәтмәләрҙе әҙерләүселәр, бындай ата-әсәләр өсөн йәшәгән урын буйынса медицина ярҙамын алырға мөмкин, шул иҫәптән амбулатор ярҙам да бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ауыр сирле балалары булған ғаиләләр йышыраҡ поликлиникаға йәки дауаханаға яҡыныраҡ фатир эҙләй. Әммә, Финанс министрлығы билдәләүенсә, бындай талаптарға күп осраҡтарҙа «икенсел» торлаҡтар булған урындарға тап килә, сөнки күп кенә ерҙәрҙә махсус медицина учреждениелары менән йәнәш яңы торлаҡ төҙөлмәй. Фаразы буйынса, ғаилә ипотекаһына йылдан-йыл ихтыяж тик артасаҡ ҡына һәм киләһе йылда 1,16 триллион һумлыҡ 166 мең самаһы кредит биреү ҡаралған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: