+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2022, 07:00

«Асҡын балы 2022» фестивале

Асҡын районы Асҡын ауылында беренсе «Асҡын балы 2022» фестивале ойошторола. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Асҡын балы 2022» фестивале
«Асҡын балы 2022» фестивале

Асҡын районы Асҡын ауылында беренсе «Асҡын балы 2022» фестивале ойошторола.

«Баллы әйлән-бәйлән» ҙур концерт программаһынан тыш, байрам ҡунаҡтарын иң тәмле башҡорт балы һәм «Шәп умартасы» исеме өсөн тауыш биреү, йәш умартасылар өсөн түңәрәк өҫтәл, төрлө конкурстар, «Тыуған умарталыҡ» фотокүргәҙмәһе, балдан косметик битлектәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ кәсептәре һәм дарыу үләндәре күргәҙмә-йәрминкәһе көтә.

«Асҡын балы 2022» фестивалендә бал һәм ауыл хужалығы ихаталары ойошторола, унда бал, йәшелсә, емеш-еләк һатып алырға мөмкин.

Фестиваль иртәнге сәғәт 11-ҙә асыла.

Был сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектын бойомға ашырыуға ла үҙ өлөшөн индерәсәк.шҡыуарлыҡҡа.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: