Йәмғиәт
15 Августа 2022, 06:00

Торлаҡ төҙөлөшө арта

Республика был тармаҡта илдә алдынғы урындарҙы биләй. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ғәмәлдәге программалар нигеҙендә быйыл Башҡортостанда 40 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды үҙ эсенә алған авария хәлендәге торлаҡ фондынан 2797 кешене күсереү планлаштырыла.

2022 йылдың тәүге яртыһында республикала 1,49 миллион квадрат метр, йәки 19 мең самаһы фатир сафҡа индерелгән. Был уҙған йылдың ғинуар-июнь айҙарына ҡарағанда 10 проценттан ашыуға күберәк. Бындай һөҙөмтәләр беҙгә Рәсәйҙең иң яҡшы ете төбәге иҫәбенә инергә мөмкинлек бирә, ә 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Өфө файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты яулап, Рәсәйҙең тәүге 100 төбәге араһына инде. Төҙөүселәр миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөүгә өлгәште. 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас