Диктант 3 сентябрҙә - Икенсе донъя һуғышы тамамланған көндә «Еңеү ирекмәндәре», Рәсәй гвардияһы, Оборона министрлығы, Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы булышлығында уҙғарыла.
«Еңеү диктанты» - халыҡ-ара тарихи акция, ул Рәсәй һәм башҡа дәүләттәрҙең граждандарына 1941-1945 йылдарҙағы ваҡиғалар тураһында белемдәрен тикшерергә мөмкинлек бирә. Иң күп балл йыйған уҡыусылар юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк аласаҡ.
«Еңеү диктанты» һәр ҡайһыһында 25-әр һорауҙы үҙ эсенә индергән ике варианттан тора. Яуап биреүгә 45 минут ваҡыт бирелә. Һорауҙар төрлө, мәҫәлән, текста төшөрөп ҡалдырылған һүҙҙәрҙе ҡуйырға, һуғышҡа арналған поэма авторын атарға, килтерелгән өҙөк нигеҙендә ҡаланы, ваҡиғаны йәки хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыны билдәләргә кәрәк. Һорауҙарҙың ҡайһы берҙәре Бөйөк Ватан һуғышына арналған нәфис фильмдар һәм монументтар менән бәйле буласаҡ.
Диктантта ҡатнашыусылар сайтта теркәлгәс, алдан әҙерләнергә, күнекмәләр аша белемдәрен тикшереп ҡарарға мөмкинлектәре бар.
Был акция йылдан-йыл билдәлелек яулай, «Еңеү диктанты»нда ҡатнашыусылар һаны өс йылда ун тапҡырҙан ашыуға артҡан.
Шуныла билдәләр кәрәк, әйтәйек 2021 йылда егерме «Еңеү диктанты» халыҡ-ара акцияһы еңеүсеһе Еңеү парадын Ҡыҙыл майҙанда ҡарауға саҡырыу ҡағыҙы алған.