Йәмғиәт
25 Августа 2022, 10:53

Күсемһеҙ милек объекттары иҫәпкә алына

Тәүге ярты йылда  Башҡортостанда күсемһеҙ милек объекттарының кадастр иҫәбенә килгән ғаризалар һаны уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан.

      “Ағымдағы йылдың тәүге яртыһында граждандар һәм ойошмалар 75 меңдән ашыу күсемһеҙ милек объектын иҫәпкә ҡуйған, был  үткән йылдың шул осорона ҡарағанда ике тапҡырға күберәк (39 587). Шул уҡ мәлдә 54 меңдән ашыу ғаризалар электрон төрҙә килде, былтыр иһә  19,5 мең булғайны. Үҫеш 180 процент тәшкил итте, был Росреестр менән республиканың власть һәм урынағы үҙидара органдары араһындағы сифатлы эш күрһәткесе”, тип белдерҙе Росреестра идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марат Мирзаянов.

Росреестрҙа билдәләүҙәренсә, кадастр иҫәбенә ғаризаларҙың күпселек өлөшөн (70%) власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары бирә, шул иҫәптән граждандар һәм эшҡыуарҙар мәнфәғәтендә. Хәҙерге ваҡытта  власть һәм урындағы үҙидара органдары ҡайһы бер осраҡтарҙа (мәҫәлән, төҙөүсенән төҙөлөш тамамланыуы тураһында белдереү ҡағыҙы килгәндә) граждандар һәм бизнес мәнфәғәтендә кадастр иҫәбе йәки хоҡуҡтарҙы теркәү тураһында документтарҙы үҙ аллы Росреестрға ебәрергә тейеш, өҫтәүенә уларҙы бер яҡлы ғына ҡултамға менән раҫлап, электрон төрҙә эшләй ала.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас