Йәмғиәт
26 Августа 2022, 13:04

Өфөлә «Ғаилә һәм балалыҡ донъяһы» форумы бара

25 августа ВДНХ ЭКСПО Өфө ҡалаһында «Ғаилә һәм балалыҡ донъяһы» форумы асылды.

       Проект баш ҡалала һәм төбәктә йәшәүселәр өсөн эшлекле программаны, махсус күргәҙмәне, төрлө интерактив майҙансыҡтарҙы берләштерҙе.

       Күргәҙмә-форумды асып, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова, Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу балалы ғаилә йәшәй, уларҙың 50 меңдән ашыуы - күп балалы ғаиләләр, тип билдәләне. Был республиканың ышаныслы киләсәге  тураһында һөйләй.

       Сараның төп ваҡиғаһы «Ғаилә именлеге - дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөгө» пленар ултырышы булды, уның модераторы булып Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны.

Министр әйтеүенсә, бөгөн ғаиләгә сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуҙа төп урын бирелә. Шуға күрә ғаиләлә һаулыҡты һаҡлау һәм нығытыу мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүлеү мөһим.

    Пленар ултырыш спикерҙары булып Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Салагай, Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе - Башҡортостан буйынса баш дәүләт санитар врачы Анна Казак, «Башҡортостан Республикаһы әсәләре» ойошмаһының күҙәтеү советы рәйесе Диана Фарахова, Ғаиләне һаҡлау буйынса ойошмалар ассоциацияһы рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Әсәлекте, балалыҡты яҡлау һәм ғаиләгә ярҙам итеү буйынса генераль советы комиссияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары  Мария Филина булды.

       Осрашыу барышында үҫеп килгән быуындың һаулығы, репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау, балалы ғаиләләргә йүнәлтелгән йәмәғәт һәм шәхси ҡиммәттәр системаһын булдырыу, балалы ғаиләләргә социаль ярҙам сараларын тормошҡа ашырғанда балалар өсөн илебеҙ тауарҙарына ҡулланыусылар ихтыяжын яҡлау мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә «Башҡортостан Республикаһының асыҡ бала табыу йорто һәм хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы» проектының презентацияһы уҙҙы.

      Күргәҙмә 27 авгусҡа тиклем эшләйәсәк. Форумдың һуңғы көнөндә килеүселәрҙе «НЕПРОУРОКИ» ғаилә ялы» көтә. «Ғаилә» республика үҙәге белгестәре балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе яңы уҡыу йылына әҙерлеккә арналған лекцияларға һәм оҫталыҡ дәрестәренә саҡыра.

     «Ғаилә һәм балалыҡ донъяһы» күргәҙмә-форумы программаһы менән ентекләберәк түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://bvkexpo.ru/mir-semyi-materinstvo-i-detstvo2/

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас