Йәмғиәт
26 Августа 2022, 06:35

"Юрға" ат-спорт мәктәбендә булдыҡ

Тик беҙ уның тураһында, ысынында, бер нәмә лә белмәгәнбеҙ икән...

"Юрға" ат-спорт мәктәбендә булдыҡ"Юрға" ат-спорт мәктәбендә булдыҡ
"Юрға" ат-спорт мәктәбендә булдыҡ

Районыбыҙ үҙәге Асҡарҙа балалар өсөн "Юрға" ат-спорт мәктәбе барлығын бөтәбеҙ ҙә белә инек.
Бына кисәге көндә уҡытыусыларыбыҙ беҙгә ошо һоҡланғыс урынға бик матур экскурсия эшләнеләр.
Баҡтиһәң,"Юрға"ның барлыҡҡа килеүенә лә 15 йыл булып киткән. Һәм ул ошо ваҡыт арауығында 300-ҙән ашыу малай-ҡыҙҙар шөғөлләнгән, балаларҙың яратҡан мәктәбенә әүерелгән.Бына әле йөрөгән балалар ҙа бында килергә ашҡынып торалар.Сөнки бында уларҙы яратҡан аттары көтә.Береһенән-береһе матурыраҡ аттарҙы балалар шул тиклем итеп яраталар,иркаләп һыйпайҙар, уларға ҡарап тороуы кинәнес.Тағы ла улар аттарҙы еренә еткереп тәрбиәләйҙәр, ялдарын тарайҙар, тояғына тиклем таҙарталар.
Беҙҙе ошо мәктәпте булдырыуға бар көсөн һалған һәм әле лә уны бар яҡтан да юғары кимәлдә тотоп килгән директоры Дәүләтшин Басир Шәриф улы оҙатып йөрөнө.
Ул һәр ат тураһында ентекләп һөйләне. Аттар үҙҙәренең ҡолондары менән айырым ҡураларҙа тора. Уларҙың исеме, йәше, төҫө яҙылған табличкалары ла бар һәм һәр береһе уҡыусыларға беркетелгән.Бында Пончик ҡушаматлы пони ла бар, 4-5 айлыҡ ҡына ҡолоно үҙенә етеп тә килә. Шуныһы ҡыҙыҡ, бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, пони үҙенән ҙур аттарҙы баҫтырып йөрөй икән.
Яланға сыҡҡанда аттарҙы өйөрөп алып йөрөүсе Закат исемле айғырҙы ла күрҙек.Үҙенең һаҡлаусы, яҡлаусы бурысын яҡшы үтәгәс, йәше арыуыҡ
булһа ла, әлегә тотонмай ҡалдырғандар икән.
Һәр бала үҙенә беркетелгән ат тураһында бөтәһен дә яттан белә.
Басир Шәриф улы әйтеүенсә, балаларҙы мәктәпкә алғанда иң беренсе, ата-әсәләренең рөхсәте кәрәк.11-16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар-егеттәр шөғөлләнә. Әйткәндәй, күпселек ҡыҙҙар булыуы ғәжәпләндерҙе.
Тағы ла, бында йөрөгән балалар халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлө - уҡтан атырға өйрәнәләр.Беҙгә лә атып күрһәттеләр,бик мәргәндәр.Хатта улар һыбай уҡтан аталар.

Дәрес бүлмәһендә "Юрға"ның уңыш-ҡаҙаныштарын күрһәткән күп һанлы грамоталары һәм кубоктары теҙелгән.Бында тәрбиәләнеүселәр даими рәүештә районда ғына түгел, республика кимәлендәге ярыштарҙа ла бик күп еңеүҙәр яулағандар һәм етәкселәре бының менән хаҡлы рәүештә ғорурланып һөйләй.
Һыбай йөрөүҙән тыш, балалар атты егеп туғарырга ла өйрәнәләр. Айырым бүлмәлә ат егеү кәрак-яраҡтары урынлашҡан.
Аттарҙа йылы миҙгелдә асыҡ һауала стадионда алып йөрөһәләр, ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә ябыҡ манежда шөғөлләнәләр .
Ҡыҫҡаһы, был ат-спорт мәктәбендә балалар өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған.Рәхәтләнеп, әйҙә, шөғөллән генә. Һәм былар бөтәһе лә бушлай, аҙнаһына 3 тапҡыр.
Тағы бында аттарҙың аҫтын балалар таҙаламай. Директорҙан тыш, бында эшселәр ҙә бар.
Шуларҙың береһе, күсер Ғәлләм Ша́киров беҙҙе бик матур каретала алып йөрөно.Шундай ҙур кинәнес тойоп йөрөнөк,беҙгә бик оҡшаны. Яңы йылда Ҡыш бабай менән ҡотлауға, туйҙарға алалар икән.
"Юрға" ат-спорт мәктәбенең даими бағымсылары булыуы ҡыуаныслы. Сөнки аттарҙы ашатыу өсөн һолоһо ла, һалам-бесане ла бик күп кәрәк. Бюджеттан бүленгәнде генә еткереп булмай, әлбиттә.
Бына шундай шәп ерҙә булып ҡайттыҡ.
Һуҙемде йомғаҡлап, "Юрға"ат-спорт мәктәбенә, артабан да, яңынан-яңы уңыштар, ә Басир Шәриф улына һәм уның ҡул аҫтында эшләүселаргә барыһына ла һаулыҡ, ҙур уңыштар теләйем.
Боронғо шөғөлдәребеҙҙе һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индереп, бигерәк тә, башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән бергә балаларҙы милли рухлы итеп тәрбиәләүҙә тос өлөш индереүсе был мәктәп менән ғорурланырға ғына ҡала.Сөнки ул республикала берҙән-бер шундай мәктәп.
Шәрифә Иҙрисова.

"С. ВОИ" ауыл хәбәрсеһе мәктәбе" уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас