Стәрлетамаҡтың тарихи үҙәгендә "Эм-Джей" тиҙ һәм тәбиғи туҡланыу рестораны асылды.
Эшҡыуар Наташа Яндрич үҙенең ризыҡтарында яңы һәм тәбиғи продукттар ғына ҡуллана, аш-һыуҙың сифатын ҡәтғи күҙәтеп бара.
- Беҙҙең аш-һыу өсөн беҙ ентекле һайлап алынған ингредиенттарҙы ғына ҡулланабыҙ, бургерҙар өсөн күмәстәрҙе һәм ролдар өсөн тортильяларҙы, өҫтәмәләр ҡушмайынса, үҙебеҙ бешерәбеҙ, – ти эшҡыуар.
Стәрлетамаҡ халҡы яңы ресторандан бик ҡәнәғәт. Улар әйтеүенсә, персонал яҡшы хеҙмәтләндерә, ризыҡтары тәмле.
Яңы туҡланыу урыны “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы асылған.
Фото:Bashnews