Йәмғиәт
31 Августа 2022, 04:30

«Бер тапҡыр юл ҡуйһағыҙ — һүндереп булмаҫ»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 29 августа Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә тейешле ведомстволарға һәм муниципалитет башлыҡтарына республикала глобаль янғындарға юл ҡуймаҫҡа ҡушты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 29 августа Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә тейешле ведомстволарға һәм муниципалитет башлыҡтарына республикала глобаль янғындарға юл ҡуймаҫҡа ҡушты.

 «Һеҙ яңылыҡтар ҡарайһығыҙ бит, ҡайһы бер төбәктәрҙә янғындар ҡотора. Бәләкәй генә усаҡтан башланған, ә аҙаҡтан уны һүндереү өсөн туғыҙ мең кеше йәле ителгән. Көндәр эҫе тора, үләндәр ҡоп-ҡоро. Мин хәлде контролгә алыуҙы һорайым. Хәҙер бөтә көстө шуға йүнәлтергә кәрәк, ордендар, миҙалдар, отпускылар аҙаҡ. Хәҙер сараһын күрегеҙ! Бер тапҡыр янғынға юл ҡуйһағыҙ — һүндереп булмаҫ, — тип белдерҙе төбәк етәксеһе. — Иҫемдә, Күгәрсен районында бер йорт янғайны, мин ул саҡта район башлығына ныҡ үпкәләнем, ныҡ итеп әрләнем. Әгәр бының менән алданыраҡ  шөғөлләнһәк, янғындарҙы булдырмаҫҡа мөмкин. Был бик мөһим. Ҙур янғындарға юл ҡуймағыҙ, әгәр тынысланһаҡ, бәлә килерен көт тә тор».

Бынан алда Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында дөйөм майҙаны 1,8 гектар тәшкил иткән ике урман янғынын һүндереүҙәре хаҡында хәбәр булғайны. Кисә Белорет районында 0,31 гектар майҙанда урман янғыны асыҡланған һәм тиҙ арала һүндерелгән.

Башҡортостан Башлығы республикала янғындарға бәйле хәлде күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ҡушты: «Бер тапҡыр юл ҡуйһағыҙ — һүндереп булмаҫ».

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас