Йәмғиәт
2 Сентября 2022, 05:24

Киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу башланды

2023 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды, тип хәбәр иттеләр республика Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Добавить в предпочтительные источники Google

Бөгөндән 6,2 меңдән ашыу төрлө гәзит-журналға яҙылырға мөмкин. 2023 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды, тип хәбәр иттеләр республика Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яҙылыу каталогында – ижтимағи-сәйәси, күңел асыу һәм тар йүнәлешле, шул иҫәптән Рәсәй халыҡтары телдәрендәге гәзит-журналдар. Матбуғатҡа Рәсәй почтаһы сайтында, мобиль ҡушымтала, шулай уҡ почта бүлексәһендә һәм өйҙә почтальон ярҙамында яҙылырға була.

Бынан тыш, «Изгелек ағасы» федераль программаһы бүлегендә йәки почта бүлексәһендә социаль учреждениеларға гәзит-журналдар яҙҙырып бүләк итергә мөмкин.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-09-01/bash-ortostanda-2023-yyldy-t-ge-yarty-yylly-yna-matbu-at-a-ya-ylyu-bashlandy-2931642 

Автор:
Читайте нас