

Асҡар ауылында «Ҡурай» мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү башланды. Ул «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн ундағы эштәр барышы менән танышты.
«Парктың дизайн-проект концепцияһы милли атрибуттарға баҫым яһалған. Ҡурай тажы рәүешендә эшләнгән парк районда ял итеү һәм мәҙәни саралар ойоштороу үҙәге булырға тейеш. Бында һәр ғаилә күңеленә хуш килгән шөғөл табыр. Йәйәү йөрөү өсөн яҡтыртылған юлдар, уйын майҙансыҡтары, һыу аттракциондары – барыһын да тормошҡа ашырырбыҙ», – тине Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.
Бөгөнгә төҙөкләндереүҙең беренсе этабы тамам. Элекке соҡор урынында хәҙер пляж һәм пикник зоналары урынлашҡан. Киләһе йылда «Ҡурай» мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы планлаштырыла: балалар өсөн майҙансыҡ һәм сәхнә төҙөү күҙаллана.