Йәмғиәт
6 Сентября 2022, 07:25

"Еңеү диктанты"н ҡырҡ биш илдә яҙғандар

Бөтә донъя буйынса диктант яҙыуға 18,7 мең майҙансыҡ булдырылған.

"Берҙәм Рәсәй" партияһы ойошторған халыҡ-ара акция йылдағыса Рәсәй тарих һәм хәрби ойошмалары, Еңеү ирекмәндәре, Президент гранттары фонды ярҙамында үткәрелде.

Дәүләт Думаһының мәғлүмәти сәйәсәт комитеты рәйесе Александр Хинштейн һүҙҙәренсә, акцияға быйыл 20 меңдән ашыу ирекмәндәр йәлеп ителгән.

Быйыл диктантты ҡытай, француз һәм испан телдәрендә үткәреүгә ғаризалар килгән. Акцияла тәүге тапҡыр Мексика һәм Бангладеш ҡатнашҡан. Белоруссия, Молдова, Ҡаҙағстан, Монголия, Ҡырғыҙстан һәм Аргентина диктант яҙыуҙа әүҙемлек күрһәткән.

«Илебеҙҙең героик үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятҡан, ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында мәғлүмәттәр туплаған мөһим, патриотик акция. Йылдан-йыл акцияла ҡатнашыусылар һаны бермә-бер арта. Быйыл республикала акцияға 207 мең кеше теркәлгән. Беҙ халыҡтың, айырыуса йәштәрҙең әүҙем булыуына шатбыҙ», – тип белдерҙе Руслан Насретдинов.

Акцияла еңеүселәргә вузға уҡырға инеүгә льготалар, Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү парадына саҡырыуҙар бирелә. 

Автор:
Читайте нас