

7 – 10 сентябрҙә республикала иң матур, сағыу байрамдарҙың береһе – Милли кейем көнө билдәләнә. Башҡортостанда 2020 йылдан билдәләнгән байрам республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы йылына ике тапҡыр үткәрелә – апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында. Байрам республикала йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә тағы бер күҙ һалырға булышлыҡ итә. Уның маҡсаты – Башҡортостан халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү.
Байрам саралары 7 сентябрҙә Бәләбәй районда старт ала. Бындағы әҙәби тарихи-мәҙәни үҙәктәге “Әҙәби ҡунаҡхана”ла рус милли кейеме тарихы хаҡында һөйләшеүгә саҡыралар.
9 сентябрҙә Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркында үтәсәк “Милли кейем байрамы” төп ваҡиға буласаҡ. Сарала башҡортостандың бөтә тарихи-мәҙәни үҙәктәренең ҡатнашыуы көтөлә. Бында шулай уҡ милли кейем өлгөләре күрһәтеләсәк, халыҡ оҫталары күргәҙмәһе эшләйәсәк, ижади коллективтарҙың, артистарҙың һәм үҙешмәкрә башҡарыусыларҙың сығыштарын ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Республика халыҡ ижады үҙәге «Музыкаль этномозаика» акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Акция ҡағиҙәләре буйынса, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Унда ҡатнашыу өсөн төрлө милли кейемдәрҙәге боронғо халыҡ музыка ҡоралдарында 2-3 минут дауамында ниндәй ҙә булһа композицияны башҡарырға кәрәк.
Музыкаль әҫәр үҙаллы һайлана. Видеороликты#МузыкальнаяЭтноМозаикаБашкортостана #ДеньНациональногоКостюма #УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #МКРБ хэштегтары менән 9 сентябренә тиклем социаль селтәргә һалырға кәрәк.
Милли кеейем көнө республиканан ситтә лә киң билдәләнәсәк.
7-11 сентябрҙә Белоруссия тарихи-мәҙәни үҙәге менән Башҡортостан тарихи-мәҙәни Ханты-Манси автономиялы округы — Юграла онлайн сара үткәрә –«Милли кейемдә фото» фотокүргәҙмәһен һәм «Мин милли кейемдә» флешмобы ойоштороласаҡ.
9 сентябрҙә «Красный Яр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге Ҡырымдың Белогорский районында «Милли кейем көнө»н үткәрәсәк.
Муниципалитеттарҙа ла был байрам уңайынан бай программа ҡаралған. Рсепубликаның төрлө мөйөштәрендәмилил кеейем күргәҙмәләре, флешмобтар, ҡатны-ҡыҙҙар биҙәүестәрен эшләү, милли кейемдәр тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.