2022 йылда дәүләт программаһы тергеҙелгәндән алып Башҡортостандағы Россельхозбанктың 380-дән ашыу заемсыһы дөйөм суммаһы бер миллиард һумлыҡ ауыл ипотекаһы буйынса ташламалы кредит алған. Был программа 2020 йылдан алып эшләп килә һәм ошо осорҙа банктың төбәк филиалы республика халҡына бөтәһе 8,5 миллиард һумлыҡ ташламалы ауыл ипотекаһы биргән. “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһында ошо йүнәлеш барлыҡҡа килгәндән алып республикала ауыл ипотекаһы ҙур ихтыяжға эйә, сөнки ул ауылда торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн бик уңайлы сара.
Ауыл ипотекаһы буйынса заемсыларҙың 80 проценты әҙер йорттар һатып алыуға өҫтөнлөк биргән, 20 проценты төҙөлөшкә ипотека алған.
Башҡортостанда был программа айырыуса 45 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләрҙә ҙур һорау менән файҙаланыла.
«Ауыл ипотекаһы» программаһы 2020 йылдан «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Уның ярҙамында граждандар ауыл ерендә шәхси йорт һатып алыуға йәки төҙөүгә йылына өс процентлы ставка менән кредит юллай ала.