12-14 сентябрҙә “Торатау” конгресс-холында Урал аръяғы федераль округының “Йәштәр йыйыны-2022” форумы үтә. Форум “Студенттар айлығы” сиктәрендә уҙғарыла. Бында барыһы 600 –гә яҡын 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге кешеләр ҡатнаша ала.
Форумда ете платформа: дискуссия платформаһы “Мәғәнә юлы”(йәмғиәт эшмәкәрҙәре, йәштәр ойошмалары ҡатнаша ала); эшҡыуарҙар платформаһы “Йәшлек-бизнес”; ижади платформа “Йөрәк юлы”, медиа-платформа “Яңы медиа”, мәктәп платформаһы (мәктәп үҙидаралыҡ берекмәләре); йәштәр сәйәсәте етәкселәре платформаһы эшләйәсәк.
Йыйын менән йәнәшә Өфөлә йәштәр сәйәсәтенең башҡарма власть органдары вәкилдәре өсөн Бөтә Рәсәй семинәр-кәңәшмәһе уҙғарыла. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар йәштәр сәйәсәтен үҫтереү юлдарын, инициативалы йәштәргә ярҙам системаһын һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йыйыласаҡ.
Гөлфиә Хәсәнова.