Сара алдынан Башҡортостан Республикаһының күп функциялы үҙәге бөтә Рәсәй флешмобын башлап ебәрҙе. Акцияның идеяһы - сараға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу һәм Рәсәй төбәктәрендә форумды танытыу. Флешмобта форумда ҡатнашыуға теләк белдергән Рәсәй субъекттарының күп функциялы үҙәге вәкилдәре ҡатнаша ала. Теләгәндәргә ҡыҫҡа видео төшөрөргә тәҡдим ителә, унда күп функциялы үҙәк белгесе ҡағыҙ самолёт эшләп үҙ төбәгенең исемен күрһәтә һәм уны камераға осора. Артабан бөтә видеолар ҙа бер урынға тупланасаҡ.