Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь , 17:20

Урындағы үҙидараға һайлау уҙҙы

"Берҙәм Рәсәй" партияһына ышаныс күрһәтелгән.

Урындағы үҙидараға һайлау уҙҙы
Урындағы үҙидараға һайлау уҙҙы

Үткән аҙнала Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара органдарына һайлауҙар үтте.

4 сентябрҙә Ағиҙел, Күгәрсен, Шишмә райондарында ауыл биләмәләре депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса 10 һайлау кампанияһы үтте. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре 10 мандат, бер КПРФ вәкиле һәм бер үҙ-үҙен тәҡдим итеүсе мандат алды.

11 сентябрҙә берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлауҙар 25 районда һәм ҡала округында үтте. 31-се һайлау кампанияһы барышында 61 депутат мандаты алмаштырылды. Тауыш бирергә килеүселәр һаны 39,26% тәшкил итте.

Һөҙөмтәлә «Берҙәм Рәсәй» - 53, ЛДПР 1 мандат алды, үҙҙәрен-үҙҙәре күрһәтеүселәр - 7.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала һайлауҙар  хоҡуҡ боҙоуҙарһыҙ һәм тыныс уҙған.  "Берҙәм Рәсәй" партияһы үткән һайлауҙарҙа бик яҡшы һөҙөмтә биргән.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас в