Конгрес барышында майҙансыҡҡа килеүселәрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын бай мәҙәни программа көтә. Сара 18 сентябрҙә «Өфө - Арена» майҙансығында йөк машиналары водителдәре конкурсы менән асыла. Ярыштар 19 сентябрҙә иртәнге сәғәт 9-ан киске 6-ға тиклем үтә. Шул уҡ көндө конгресс майҙансығында йәштәр өсөн Турболайф байрамы ойошторола. 20 сентябрҙә Драйфест фестивале була.
Конгреста ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар алдында Башҡортостан Республикаһының һәм Беларусь Республикаһының алдынғы артистары сығыш яһаясаҡ.
20 һәм 21 сентябрҙә күргәҙмәләр, гастрофестиваль һәм концерт программаһы эшләйәсәк. Урам экспозицияһында 21 компанияның 75 берәмек техникаһы торасаҡ. Унда «КАМАЗ», «МАЗ», «Амкадор», «Дортрансстрой», «Минск трактор заводы», «Башкиравтодор», «Башавтотранс», «Уралмаш», «Акрос РБ» компанияларының махсус техникаһы күрһәтеләсәк.
Шулай уҡ эре-габаритлы махсус техникаларҙы, вертолеттарһы күрергә була.
1 200 квадрат метр майҙанды алған асфальт-бетон заводының күргәҙмәһе айырым эшләйәсәк. Урам күргәҙмәһе биләмәһе яҡынса 17 500 квадрат метр тәшкил итәсәк.