Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь , 09:27

"Ретро - Гараж" музейы уникаль автомобилдәр коллекцияһын тәҡдим итә

"Ретро-Гараж" музейы  Өфөнөң иң ҡыҙыҡлы музейҙарының береһе һәм "Транспорт һәм төҙөлөш" халыҡ-ара конгресының  урамдағы экспозицияһында уникаль автомобилдәр экспонаттарын ҡарарға мөмкин буласаҡ.

"Ретро - Гараж" музейы уникаль автомобилдәр коллекцияһын тәҡдим итә
"Ретро - Гараж" музейы уникаль автомобилдәр коллекцияһын тәҡдим итә

"Ретро - Гараж" музейы сағыштырмаса йәш. Бөгөнгө көндә экспонаттары 3 мең квадрат метрлыҡ урынды алған республикалағы иң ҙур музей. 18-22 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк  «Транспорт һәм төҙөлөш» беренсе халыҡ-ара конгресында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы “Ретро-Гараж” музейы үҙ майҙансығында ҡабул итеүгә әҙер. Унда 80-гә яҡын авто-мототехника экспонаты урынлашҡан.

     Төп музейға килгәндә, унда 200-ҙән ашыу ҡиммәтле экспонат, йәки 127 автомобиль һәм 90 мотоцикл бар. Шулай уҡ хәрби ҡорал, форма һәм совет көнкүреше предметтары күрһәтелгән. Бөтә мотоциклдар һәм мопедтар – СССР, Чехия, Германия, Венгрия һәм Америка етештереүселәренең моделдәре. Хәрби техника экспозицияһы 15 автомобиль һәм ҡоралдан тора. Бында сит ил автомобилдәренең күргәҙмәһе ҙур урын ала.

      Шулай уҡ совет заманында етещтерелгән Ба-64, ГАЗ - 67, Урал – ЗИС санитар, легендар "Катюша" автомобилдәрен күрергә була. Бынан тыш, ике пушка, танкыға ҡаршы 45 миллиметрлы  һәм 76 миллиметрлы ЗИС Грабин дивизион пушкаһы бар.

     Музейҙа Американан һәм Германиянан килгән 32 уникаль машиналарының ҙур коллекцияһыла ҡыҙыҡлы. Улар уҙған быуаттың 40-сы, 50-се, 60-сы йылдары автомобилдәре.

     Бында булғандар үткән быуатта етештерелеп, әлеге ваҡытта һаҡланып ҡалған һәм реставрацияланған машиналар ысын заман классикаһы икәненә инана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в