

Конкурсҡа республика 54 ҡала-райондарынан бөтәһе 218 заявка килде, былтыр 184 булғайны.Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре –– дини, спорт, йәштәр, йәмәғәт, төрлө предприятиелар ойошмалары, мәғариф, медицина учреждениелары, пенсионерҙар, фермерҙар, хәрбиҙәр, янғын һүндереүселәр һәм башҡалар булды. Ҡатнашыусыларҙың иң йәшенә 34 булһа, иң олоһона 86 йәш.
Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 38 кеше конкурс еңеүселәре исемлегенә эләкте. Улар арарһында яҡташыбыҙ, Ҡырҙас ауылынан Рөстәм Баймөхәмәтовтың булыуы ҡыуаныслы.
Рөстәм һәм Нәргизә Баймөхәмәтовтар һигеҙ бала тәрбиәләйҙәр.