Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь , 16:59

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр 24/7 режимына күсә

Рәсәйҙә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең күпселегендә, кешенең шәхси ҡатнашлығынан тыш, аҙнаһына 7 көн биреүгә күсеү концепцияһы тормошҡа ашырыла башланы ла инде.

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр  24/7 режимына күсә
Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр 24/7 режимына күсә

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм  Һанлы үҫеш министрлығының берлектә әҙерләгән Концепцияға ярашлы, 2023 йылдың аҙағына тиклем күпселек федераль, төбәк, шулай уҡ муниципаль хеҙмәттәр тулыһынса дистанцион форматҡа күсергә тейеш. Ысынында иһә өҙлөкһөҙ эш форматына күсеүгә, төбәктәрҙәге дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәре  үҙәктәренең «Минең документтарым» майҙансыҡтарында ойоштороу ҡаралған.

         Тәү сиратта 24/7 режимына социаль әһәмиәтле һәм халыҡҡа күберәк талап ителгән хеҙмәттәр күсереләсәк, улар араһында, мәҫәлән, пенсиялар, пособиелар һәм компенсациялар, социаль ярҙамдың башҡа төрҙәрен билдәләү һәм түләү буласаҡ. Бынан тыш ул бизнес өсөн хеҙмәттәргә лә йүнәлтеләсәк, йәғни  лицензия һәм башҡа төр  документтар алыуҙы ябайлаштырырға мөмкинлек бирәсәк.

           29-30 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк «Минең документтарым» бөтә Рәсәй дәүләт хеҙмәттәре үҙәктәре форумында"пилот-төбәктәр" вәкилдәре Концепцияны индереүҙең алдынғы  тәжрибәләре менән таныштырасаҡ. Форумдың эшлекле программаһы өс блоктан,  пленар ултырыш һәм ике стратегик сессиянан торасаҡ.  

     Форумда «Рәсәйҙең иң яҡшы күп функциялы үҙәге» бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалып,  өс номинация буйынса еңеүселәр  иғлан ителәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в