Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь , 07:35

Эшһеҙҙәр һаны кәмей

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы билдәләүенсә, ағымдағы йылдың 1 авгусына ҡарата республикала эшһеҙлек 4,1 процент тәшкил иткән. Йыл башында иһә 4,3 процент булған. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Эшһеҙҙәр һаны  кәмей
Эшһеҙҙәр һаны кәмей

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы билдәләүенсә, ағымдағы йылдың 1 авгусына ҡарата республикала эшһеҙлек 4,1 процент тәшкил иткән. Йыл башында иһә 4,3 процент булған.

 – Әлеге мәлдә хеҙмәт баҙарында хәл беҙҙең илгә ҡарата санкциялар ҡабул ителгәнгә тиклемге ваҡыттағы кимәлдә. Эшһеҙлекте кәметеүгә йүнәтелгән  саралар 4 миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән 1 млрд 47 млн һумы – төбәк ҡаҙнаһынан. Был сара сиктәрендә 1,4 эш биреүсе ҡатнаша. 972-һе 720 миллион һум күләмендә ярҙам алды ла инде, - тип белдерҙе Премьер-министр Андрей Назаров.

Былар “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектынның бурыстарын үтәүгә лә булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в