18 сентябрҙән 22-нә тиклем Башҡортостанда тәүге тапҡыр ошондай ҙур күләмле тармаҡ-ара сара уҙасаҡ. Унда төҙөлөш һәм юл-транспорт тармағының алдынғы компаниялары, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Төркиә, Иран һәм Белоруссияның финанс секторы һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Конгрестың эшлекле программаһы сиктәрендә һанлаштырыу, импортты алмаштырыу, яңы технологиялар, көрсөккә ҡаршы саралар ҡулланыу һәм иҡтисадтың төп тармаҡтарын үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерәсәктәр. Атап әйткәндә, йылға һәм диңгеҙ транспортын үҫтереү секцияһы сиктәрендә потенциаль инвесторҙар менән осрашыу планлаштырыла.