Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь , 09:35

Етен ептән туҡыуҙы тергеҙеү һәм һаҡлау - проекттың маҡсаты

Проекттың маҡсаты – халыҡтың төп кәсептәренең береһе булып торған етен ептән туҡыуҙы тергеҙеү һәм һаҡлау.    #нацпроект#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Етен ептән туҡыуҙы тергеҙеү һәм һаҡлау - проекттың маҡсаты
Етен ептән туҡыуҙы тергеҙеү һәм һаҡлау - проекттың маҡсаты

Проекттың маҡсаты – халыҡтың төп кәсептәренең береһе булып торған етен ептән туҡыуҙы тергеҙеү һәм һаҡлау.  

Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ойошторған Икенсе конкурс һөҙөмтәләре буйынса Борай үҙәк район китапханаһының “Етендән алып күлдәккә тиклем” проекты еңеү яуланы. Ул федераль ҡаҙнанан 500 мең һум аҡса ала.

Проект буйынса етен үҫтереү, унан еп, туҡыма, әйберҙәр  әҙерләү технологияларын тергеҙеү ниәтләнә. Етен байрамы фестивале күп милләтле халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен күрһәтергә мөмкинлек бирер, етен әйберҙәр күргәҙмә-йәрминкәһе был кәсепте популярлаштырырға булышлыҡ итер, тип хәбәр итә  Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Проекттың мөһим бурыстарының береһе – боронғо туҡыу станоктарын реставрациялап, эштә ҡулланыу.

“Еңеүселәр исемлегенә инеүебеҙгә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Етен ептән туҡыу – ата-бабаларыбыҙҙың төп кәсептәренең береһе. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡларға, тергеҙергә тырышабыҙ”, – ти Илгиз Харисов.

Фото –  Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-09-13/etend-n-alyp-k-ld-kk-tiklem-proekty-e-e-sel-r-i-bend-2947430?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420

Автор:
Читайте нас в