+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2022, 17:00

Өфөлә «Алға китеш» күргәҙмәһе эшләй

Күләмле экспозиция «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы сиктәрендә уҙғарыла.

Өфөлә «Алға китеш» күргәҙмәһе эшләй
Өфөлә «Алға китеш» күргәҙмәһе эшләй

Бөгөн, 20 сентябрҙә, Өфөлә «Алға китеш» күргәҙмәһе эшләй башланы. Ул «Мега» сауҙа комплексы янындағы «Конгресс» паркы биләмәһендә (Рубежная урамы, 178) урынлашҡан. «Алға китеш» үҙенең күләме менән хайран ҡалырлыҡ,  күргәҙмәнең майҙаны 17 500 квадрат метр самаһы тәшкил итә. Асылда, ул «Транспорт һәм төҙөлөш» конгресы символы.

     Бында төҙөлөш һәм юл-транспорт тармағының алдынғы компаниялары үҙ экспозицияларын ҡуйған. Шулай уҡ, бында ретроавтомобилдәр күргәҙмәһен, гастрофестивалде, 70-тән ашыу берәмек махсус техниканы - ауыр йөк машиналарын, вертолет һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин. Өфөнөң 450 йыллығына арналған махсус павильон эшләй.

       Күргәҙмә 20-23 сентябрҙә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-се яртыға тиклем эшләй.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в