

Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы “Красный Луч ҡалаһы балаларына Башҡортостандан ярҙам” акцияһына ихлас ҡушылды.
Луганск Халыҡ Республикаһына ҡараған ҡала Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ генерал-майор Шайморатовтың һәйкәленән алыҫ түгел. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы менән Красный Луч ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары үҙ-ара килешеү төҙөгән. Ҡалала етем ҡалған, көнкүреш кәрәк-яраҡтарына мохтажлыҡ кисергән 480 бала иҫәпләнә, республика халҡы уларға ярҙам йөҙөнән акцияны ойошторған да инде.
–Райондан 10 мең һум аҡса, һәм шунса суммаға яҡын уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйҙыҡ. Линейка, елем, пластилин, буяуҙар, ручка, ҡәләм, дәфтәрҙәр барыһы ла бар, уҡыу кәрәк-яраҡтары тотонолмаған, барыһы ла өр-яңы, – ти район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Элиза Ҡунафина. –Был хәйриә акцияһында бөтә ауыл биләмәләре лә әүҙем ҡатнашты.
Район үҙәк китапханаһы Красный Луч балалары өсөн 7 мең һумға яҡын нәфис әҙәбиәт китаптары тапшырған.
–Алкино ҡасабаһында хеҙмәт иткән һалдаттарға ярҙам йөҙөнән аҡса йыйҙыҡ. “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән берлектә “Донбасҡа-ярҙам” акцияһында ла әүҙем ҡатнаштыҡ, – ти Элиза Әкрәм ҡыҙы.
Изгелек донъяны ҡотҡарыр, тиҙәр. Донъяла изгелек эшләргә ынтылыусыларҙың күплеге һоҡландыра.