+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2022, 14:05

Бар илдең йөрәге бер булып тибә: Рәсәй өсөн!

Өфөлә ҙур сәйәси-патриотик сара үтә. Башҡортостан халҡы Рәсәйгә ҡушылырға теләп референдум үткәргән Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре кешеләренә теләктәшлек күрһәтеү йөҙөнән митинг-концертҡа йыйылды. Ул “Шайморатов вариҫтары үҙенекеләрҙе ташламай” тип аталды.

Бар илдең йөрәге бер булып тибә: Рәсәй өсөн!
Бар илдең йөрәге бер булып тибә: Рәсәй өсөн!

Өфөлә ҙур сәйәси-патриотик сара үтә. Башҡортостан халҡы Рәсәйгә ҡушылырға теләп референдум үткәргән Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре кешеләренә теләктәшлек күрһәтеү йөҙөнән митинг-концертҡа йыйылды. Ул “Шайморатов вариҫтары үҙенекеләрҙе ташламай” тип аталды.

Башҡортостанда бындай саралар һәр ваҡыт ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Бөгөн дә “Торатау” конгресс-холы алдында халыҡ шығырым тулы ине. Кешеләр ғаиләләре, балалары менән килгән, хеҙмәт коллективтары, студенттар, уҡыусылар ҙа байтаҡ. Күптәрҙең ҡулында - байраҡтар, төрлө ойошма флагтары, ҡулдан яҙылған лозунгтар, хуплау һүҙҙәре. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сараға 20 меңдән ашыу кеше килгән. 

– "Тыуған ил", "Ватан". Был һүҙҙәр һәр кем өсөн изге. Бөгөн бар илдең йөрәге бер булып тибә: Рәсәй өсөн! Барыбыҙ ҙа әлеге ваҡытта хәрби бурыстарын үтәгән егеттәребеҙҙе хуплай һәм уларҙың еңеү менән ҡайтырына ышана, – тип башланы концертты алып барыусылар.

Артабан бөтә майҙан Дәүләт академия хор капеллаһы менән бергәләп Рәсәй гимнын башҡарҙы. Билдәле артистар патриотик йырҙар менән сығыш яһаны.

Майҙандағыларҙы башҡорт халыҡ йырҙарын һәм ҡобайырҙарын башҡарыусы, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева менән Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов сәләмләне.

– Һуңғы ваҡытта миңә Донбасста йәшәүселәр алдында сығыш яһарға тура килде. Уларҙың сыҙамлығына, ҡаһарманлығына таң ҡалдым. Ауыр хәлгә ҡарамаҫтан, ихтыяр көстәре ныҡлы. Рәсәйҙәге ҡәрҙәштәренең мотлаҡ ярҙам итеренә ныҡ ышана улар. Бөгөн ирекмәндәребеҙ Донбасс халҡына хәрби ярҙам күрһәтә, беҙҙең егеттәр унда төрлө объекттарҙы тергеҙеүгә эшләй. Башҡортостандан ебәрелгән гуманитар йөк Донецкиҙа һәм Луганскиҙа йәшәүселәргә бик ваҡытлы, кәрәкле булды. Әлеге еңел булмаған осорҙа күмәк көс һалғанда ғына бирешмәҫбеҙ, – тине Асҡар Абдразаҡов.

Розалия Солтангәрәева халыҡты берләшеүгә саҡырған ҡобайыр башҡарҙы.

– Яҡшылыҡ һәр ваҡыт яманлыҡты еңә. Халҡыбыҙ берҙәм булырға тейеш, быны бөйөк Пәйғәмбәребеҙ, шулай уҡ Урал батыр васыят иткән. Баймы һин, ярлымы, йәшме йәки ҡартмы – һәр кемдең күңелендә Ватанға һөйөү булырға тейеш. Хоҙай Тәғәлә беҙгә йәнә ҙур һынау ебәрҙе. Беҙ егеттәребеҙҙең еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ. Кешелеккә ҡаршы барған яуызлыҡ еңелһен. Беҙ Президентыбыҙға ышанабыҙ. Урал тауҙарының таш билбауы беҙҙе – башҡорттарҙы, рустарҙы, татарҙарҙы һ.б. берләштереп, ныҡлы дуҫлыҡ менән бәйләне, һәм ошо берҙәмлектә – ҙур көс. Ул еңеүгә юл ярһын, – тине сәсәниә.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Автор:
Читайте нас: