-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2022, 17:20

Был көндәрҙә мәғлүмәт хәүефһеҙлегенең төп ҡағиҙәһе: ышан, әммә тикшер!

Сираттағы ялғанға эләкмәҫ һәм паникаға бирелмәҫ өсөн, факт-чекингтың төп принциптарын иҫкә алабыҙ.

Нимә ул «факт-чекинг»? «Факт-чекинг» төшөнсәһе традицион журналистиканан яңы медиаларға килде. Дөрөҫөрәге, редакция фильтры - журналистың эшләү технологияһында кәрәкле шарт. Технология этик принциптарға нигеҙләнә: бойондороҡһоҙлоҡ, объективлыҡ, ғәҙеллек, дөрөҫлөк. Ошо принциптарҙы үтәү аудиторияның ышанысын тыуҙыра һәм баҫманың абруйын күтәрә. Факт - ул ышаныслы дәлилдәр менән нығытылған ваҡиға. Төрлө кешеләрҙең бер үк ваҡиғаға ҡарашы төрлө булырға мөмкин, ләкин факттар менән бәхәсләшеп булмай. Шуға күрә факт асыҡланырға ғына түгел, ә тикшерелергә, ҡайтанан ҡаралырға һәм «гранитта ҡойолорға» тейеш. Шуға күрә факттарҙы боҙоп күрһәтеү - объективлыҡҡа һәм аныҡлыҡҡа ҡаршы енәйәт. Иң насары - әгәр был бойондороҡһоҙлоҡҡа һәм ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы аңлы рәүештә енәйәт булһа.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: