+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2022, 13:10

“Шайморатов вариҫтары үҙенекеләрҙе ташламай”

Өфөлә “Шайморатов вариҫтары үҙенекеләрҙе ташламай” тип аталған митинг-концерт булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

“Шайморатов вариҫтары үҙенекеләрҙе ташламай”
“Шайморатов вариҫтары үҙенекеләрҙе ташламай”

– Бөгөн беҙ бында яҙмышыбыҙ һәм дөйөм маҡсаттарыбыҙ уртаҡ халыҡ булараҡ йыйылдыҡ. Бының өсөн һеҙгә рәхмәт! Бөгөн Башҡортостандан меңләгән егет хәрби бурысын үтәй, Ватаныбыҙҙы һаҡлау өсөн дошманға ҡаршы ҡыйыу көрәшә. Мин өс фамилияны атайым: Серафимов – рус, Илһамов – башҡорт, Нәсибуллин – удмурт. Улар – өс егет, өс Рәсәй Геройы. Үкенескә күрә, барыһы ла үлгәндән һуң наградланған, әммә хәрби бурысын үтәгән. Ҡаһарман егеттәребеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Был көндәрҙә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Херсон, Запорожье өлкәләрендә референдумдар бара. Унда йәшәгәндәр мөһим тарихи ҡарар ҡабул итә – Рәсәй менән бергә булыу. Беҙ бөгөн бында уларға ярҙам итеү, бөйөк Рәсәй халыҡтарының ҙур ғаиләһенә ҡушылыуығыҙҙы көтәбеҙ, тип әйтеү өсөн йыйылдыҡ. Беҙҙең эштең хаҡ икәненә ныҡлы ышанам, беҙ еңәсәкбеҙ! Был юл ябай булмаҫ, әммә үҙебеҙгә, илебеҙгә, Президентыбыҙға ышанабыҙ! – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы менән менән бергә сәхнәгә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич, йәмәғәтселәр, табиптар, журналистар күтәрелде.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: