+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2022, 13:35

Ситуация үҙәге өлөшләтә мобилизация буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә

23 сентябрҙән табипҡа ҡабул итеүгә яҙылыу, табипты өйгә саҡыртыу, шулай уҡ вакцинацияға яҙылыу 122  һанына шылтыратып өҫтәлмә 2-се төймә буйынса алып барыла. 122 һаны, 1-се төймә буйынса хәҙер өлөшләтә мобилизация мәсьәләләре буйынса консультация бирелә, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың ситуация үҙәгенән.  

Ситуация үҙәге өлөшләтә мобилизация буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә
Ситуация үҙәге өлөшләтә мобилизация буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә

«Бөгөндән берҙәм федераль 122 номеры буйынса өҫтәмә 1-ҙе граждандарҙан өлөшләтә мобилизация мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул итә башланыҡ. Тик иртән генә ошондай 120-нән ашыу шылтыратыу булды», - тип һөйләне Башҡортостандың ситуация үҙәге эксперты Лилиана Дауытова. Уның һүҙҙәренсә, республика халҡын йышыраҡ өлөшләтә мобилизацияға кемдәрҙең бирелергә тейешлеге, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың йәше, ҡайһы һөнәр буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙары һәм башҡалар борсой. Мобилизацияланғандар өсөн кредит каникулдары, улар өсөн эш урынын һаҡлап ҡалыу менән бәйле мөрәжәғәттәр - берҙән-бер.

«Беҙ шулай уҡ урындағы хәрби комиссариаттарҙың бәйләнештәре хаҡында ла хәбәр итәбеҙ. Шуны билдәләп үтәм: барыһының да хәле төрлөсә, шуға күрә шәхсән рәүештә аңлатабыҙ. Мәҫәлән, кеше Ағиҙел районында теркәлгән, ә Өфөлә эшләй, - тип аңлатты Лилиана Дауытова аныҡ миҫалда. - Бынан тыш, беҙҙең менән хәрби комиссариат белгестәренең эшсе төркөмө бәйләнештә. Ошоноң арҡаһында үҙенсәлекле, хәрби характерҙағы мөрәжәғәттәрҙе улар ҡарарға ярҙам итә. Беҙ заявка тултырабыҙ һәм эшсе төркөмгә тапшырабыҙ. Әммә беҙгә мөрәжәғәт иткән кеше барыбер үҙенә кәрәкле ярҙам аласаҡ. Уның менән тиҙ арала хәрби комиссариат белгестәре бәйләнешкә инәсәк һәм шәхсән үҙе консультация бирәсәк». Халыҡтың мөрәжәғәттәре, әүәлгесә, көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.

"Башинформ"дан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: