Илдең киң мәғлүмәт сараларының ҙур форумы Сочи ҡалаһында 28-енә тиклем дауам итә. Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән унда меңдән ашыу журналист йыйылған, шулай уҡ Донецк Халыҡ Республикаһынан, Херсон өлкәһенән, Һиндостандан һәм Сербиянан вәкилдәр бар. Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре – “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто һәм “Башинформ” агентлығы журналистары ла оло йыйында ҡатнаша.
Сарала ҡатнашыусылар тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алыша, донъялағы мәғлүмәт һуғышы, төбәк журналистикаһы үҫеше стандарттары һәм йүнәлештәре, хәрби хәбәрселәр эше һәм башҡа һорауҙар күтәрелә. Форум барышында танылған журналистар, медиа эксперттары менән осрашыуҙар, оҫталыҡ кластары, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола. Башҡортостан Республикаһы стендының презентацияһы үтте.
“Медиашефлыҡ: Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары – Донбасс балалары” исемле Башҡортостан журналистарыпрезентацияһы барышында БР Журналистар союзы менән Донецк Халыҡ Республикаһының Журналистар союзы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.