Йәмғиәт
27 Сентября 2022, 14:00

Волонтер штабы эшләй

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итеүенсә, республикала М. Шайморатов исемендәге ирекмән штабы булдырылды.

Добавить в предпочтительные источники Google

Штаб "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәһе базаһында эшләйәсәк. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, мобилизацияланыусылар, ирекле рәүештә китеүселәрҙең ғаиләләренә, яҡындарына социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам буйынса эш алып барасаҡ. Волонтерҙар адреслы ярҙам күрһәтәсәк.

Штабтың телефоны (колл-үҙәк): 8 800 201 89 03

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас