Йәмғиәт
28 Сентября 2022, 05:05

Эшҡыуарҙар уҡый

Белем алыу дәүләт проекты ярҙамында башҡарыла. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл туғыҙ ай эсендә Башҡортостандың ике йөҙҙән ашыу кесе һәм урта бизнес вәкиле «Корпорация МСП» программалары буйынса белем алған. Программалар компанияларға үҫеш өсөн һөнәри белем алырға һәм уны камиллаштырырға  мөмкинлек бирә. Белгестәр һәм эксперттар тренингтар, семинарҙар, вебинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре ярҙамында бизнес барышын нисек үҙгәртергә, клиенттар базаһын киңәйтергә, килемде арттырыу һәм үҫтереү ысулдарын өйрәтә.

Республикала белем биреү программалары  «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам» дәүләт проекты сиктәрендә «Минең бизнес» үҙәге тарафынынан ойошторола. Бер нисә йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы проекттың партнеры булып сығыш яһай.

Ағымдағы йылда яңы иҡтисади шарттарға бәйле «Эшҡыуар әлифбаһы» һәм «Эшҡыуарлыҡ мәктәбе» белем биреү программалары эксперттар тарафынан яңыртылды. Август-сентябрь айҙарында башҡарылды был эштәр. Проектта ҡатнашыусылар бизнес өлкәһендәге белгестәр менән берлектә яңы эш асыу йәки уны үҫтереү буйынса юл картаһы булдырҙы. Уҡыуҙар йыл аҙағына хәтлем барасаҡ.  

Автор:
Читайте нас