Республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов бөгөн ирекмән булып махсус хәрби операцияға китеүе тураһында ғариза яҙҙы. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Мин уның был ҡарарын хупланым. Азат менән хеҙмәттәштәр генә түгел, ә рух буйынса яҡын кешеләр булыуыбыҙҙы бер ҡасан да йәшермәнем. Уның ҡыйыу аҙымы менән ғорурланам. Ысын ир-егеттәр шулай эш итергә тейеш тип иҫәпләйем», - тип яҙҙы республика Башлығы. - Был көндәрҙә башҡа чиновниктар ҙа үҙҙәренең намыҫтары ҡушыуы буйынса яуаплы ҡарарҙар ҡабул итте һәм мобилизация буйынса йәки үҙ иректәре менән ил яҡларға китте».