Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы Сергей Николаевич Нетунаев аңлата.
- Бындай хоҡуҡ бар. Йәш цензына эләккәндәр ирекмәндәр отрядына ҡушыла ала. Беҙҙә улар икәү - Шайморатов һәм Доставалов исемендәге отрядтар. Әлеге ваҡытта контракт буйынса ошо подразделениеларға ҡушылыуҙы көтөүселәр бар.
Махсус операцияла ҡатнашыу өсөн ирекмән булып яҙылыу өсөн Башҡортостан кешеләре йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә ала. Унда, хәл-торошҡа ҡарап һәм әҙерлек кимәленән сығып, аңлатмалар биреләсәк.
Хәрби комиссариаттар исемлеге – ошонда: https://vk.cc/cgN8Ti
Ентеклерәк мәғлүмәт - Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалындағы «Сәләм» тапшырыуында тура бәйләнеш видеоһында: https://vk.cc/cgUg0a
Өлөшләтә мобилизация тураһында көнүҙәк һорауҙарға яуаптарҙы киләһе адрестар буйынса алырға мөмкин:
- чат-ботта:https://t.me/Mobilizacia_Bash_Bot
- түбәндәге телефондар аша Башҡортостандың Ситуация үҙәгендә:
122, өҫтәмә номер - 1
8 (347) 218-19-19
Мәғлүмәтте яҡындарығыҙ менән бүлешегеҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан