Йәмғиәт
3 Октября 2022, 12:10

II Милли чемпионат

20-22 октябрҙә Өфөлә насар ишеткән һәм һаңғырау 18-35 йәшлек кешеләр өсөн  һөнәри оҫталыҡ буйынса DeafSkills II Милли чемпионат үтәсәк. 

20-22 октябрҙә Өфөлә насар ишеткән һәм һаңғырау 18-35 йәшлек кешеләр өсөн  һөнәри оҫталыҡ буйынса DeafSkills II Милли чемпионат үтәсәк. 

Сараны Башҡортостан Республикаһы Президенты гранттары фонды һәм Хөкүмәте ярҙамы менән Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте ойоштора.

Чемпионаттың төп бурысы — һаңғырау һәм ишеткән кешеләр проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, шулай ук һөнәри белем биреү институтын үҫтереү.

«Һаңғырау һәм насар ишеткән кешеләр араһында ныҡышмал хеҙмәт һөйөүсән һ?өнәрмәндәр күп, улар төрлө сараларҙа ҙур һөҙөмтәләргә ирешә. DeafSkills чемпионатын үткәреп, беҙ уларға һәләттәрен асырға һәм күрһәтергә, потенциаль эш биреүселәрҙең иғтибарын йәлеп итергә һәм, һөнәри мөмкинлектәрен ҡулланырға, уңышлы эш урындары табырға ярҙам итәбеҙ», — ти Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте президенты Станислав Иванов.

DeafSkills беренсе милли чемпионаты 2021 йылдың декабрендә Ҡазанда Берләшкән Милләтләр Ойошмаһының демократия Фондының «Ижтимағи процестарҙа ҡатнашыу, Рәсәй Федерацияһында ишетеү һәләтен юғалтҡан йәштәр өсөн бойондороҡһоҙлоҡ һәм эшкә урынлаштырыу» социаль проектын бойомға ашырыу сиктәрендә үткәйне. Унда Рәсәйҙең 49 төбәгенән ошо категоряға ҡараған 222 инвалид ҡатнашты.

Ярыштар программа тәьминәте, веб-дизайн һәм персонаждар дизайны, фотография, тырнаҡ сервисы, визаж кеүек 26 төрлө профессиональ компетенция буйынса дүрт майҙансыҡта үтте.

Быел чемпионат программасы киңәйә бара. Ул инде 34 компетенция буйынса ойоштороласаҡ. Былтыр тәҡдим ителмәгән яңы йүнәлештәр араһында — медицина һәм лаборатория анализы, туризм, клининг, адаптив физкультура һәм башкалар бар.

Чемпионатта ҡатнашыу шарттары, эшләйәсәк майҙансыҡтар менән сараның рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас