Йәмғиәт
7 Октября 2022, 09:51

Һалдаттарға йылы ойоҡтар

Бөтә республика буйынса ойошторолған “Һалдаттарға йылы ойоҡбаш” акцияһына ҡусҡарҙар ҙа дәррәү ҡушылды.

Һалдаттарға йылы ойоҡтарҺалдаттарға йылы ойоҡтар
Һалдаттарға йылы ойоҡтар

Уны ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған. Акция барышында ауыл халҡынан гуманитар ярҙам йыйылған, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ебәрелгән. Кемдәрҙер аҡсалата ярҙам күрһәткән, ә ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар күңел йылыһын һалып, йылы нәскиҙәр хәстәрләгән. Рәйлә Сәйфуллина, Сулпан Дәүләтбаева, Сания Асҡарова, Вәлимә Ғилманова, Сәфинә Ямалова, Гөлниса Ниғмәтуллина, Нәсимә Хәкимовалар һалдаттарға йөн ойоҡтар бәйләгән. Ветерандар Советы рәйесе Сулпан инәй йөндө үҙе иләһә, Рәйлә инәй нәски эсенә һалдаттарға хат та яҙып һалған. Улар тиҙерәк ир-егеттәрҙең иҫән-һау ҡайтыуын, ил-йорттарҙың имен-аман тороуын теләй.

Һалдаттарға йылы ойоҡтар
Һалдаттарға йылы ойоҡтар
Һалдаттарға йылы ойоҡтар
Һалдаттарға йылы ойоҡтар
Һалдаттарға йылы ойоҡтар
Һалдаттарға йылы ойоҡтар
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас