

Гусев ауылы ағинәйҙәре илде дошман утынан ҡурсып, донъяларҙың тыныс, халыҡтың үҙ-ара татыу йәшәүен юрап ҙур эш башланы. Сәриә Абдрахманова етәкселегендә “Ағинәй”ҙәр йылға башына “Теләк”кә сыҡҡан. Тәбиғәт ҡосағында ҡан-ҡойош туҡтауын теләп, изге аяттар бағышлағандар.
Мәхшәр туҡтауын ниәт итеп ағинәйҙәр ҡорбан да салдырған. Оло йәштәге Ғәшүрә Моратшинаның тәҡдимен башҡалар шунда уҡ күтәреп алған. Аҡсаны һатыусылар Рәйсә Ғәлина, Гөлнур Кәримова йыйған. Аҡ үгеҙҙе һатып алыу өсөн ярҙам йөҙөнән Гусев халҡы ғына түгел, Хәлил, Асҡар (айырыуса “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы коллективы), Ишҡол, Булат ауылдары, Хәйбулла, Йылайыр, Учалы райондары, Магнитогорск, хатта Өфө халҡы ла аҡса күсергән.
Ҡорбанды Булат ауылында салғандар. Ҡорбандың бер өлөшөн Булатта ҡалдырып, өлөшләп Ишҡол, Хәлил ауылдарына биргәндәр, ҡалғанын Гусевтағы мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең ғаиләләренә таратҡандар. Мәүлит байрамына, Ололар көнөнә лә инселләп бүлгәндәр. Изге ғәмәлде күтәреп алған Хәйбуллалар менән Йылайырҙарға ҡалған аҡсаны күсергәндәр.
Илһөйәрлек рухын алға ҡуйып, ил һаҡларға киткән Гусев ир-егеттәренә кәрәк-яраҡтары биреп оҙатҡан ағинәйҙәр.
–Кемгәлер аҡса бирҙек, иң мөһиме иҫән-һау йөрөһөндәр, ошо салған ҡорбандарыбыҙ, ҡылған доғаларыбыҙ уларға ҡалҡан булһын, – ти улар.
Заман ауыр, тормош көтөүе йылдан-йыл ҡатмарлаша, кешелек ҡиммәттәре үҙгәрә, матди байлыҡ өҫтөн ҡуйыла бара, тип йыш зарланабыҙ. Рухиәткә, әхләҡ һәм тәрбиәгә урын ҡалмай, йәштәр аҙғынлыҡҡа, насар йоғонтоға бирелә, башҡорт халҡы үҙ тамырҙарынан ситләшә, тигән фекер башыбыҙға ныҡлап һеңгән. Ә шулай ҙа беҙгә, балаларыбыҙға, йәштәребеҙгә рухи байлығыбыҙҙы тапшырып ҡалдырыусылар бар. Ағинәйҙәр йырлап-бейеп кенә ҡалмай, ир-егеттәр менән бер рәттән ил һағына баҫты. Ауыл тормошона тап ошондай тынғыһыҙ инәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ҡот килтерә, ҡасандыр барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултыра, йәш быуынға өлгө күрһәтеп, уларҙы үҙ артынан эйәртә.