Рәсәй Геройы, генерал-майор М. Шайморатовҡа һәйкәл асылыуы уңайынан һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан республика яугирҙәренә рухи теләктәшлек белдереп, Өфө артистары флешмоб ойошторған. Уға ярашлы, ҡаланың өс урынында артистар "Шайморатов генерал" йырын башҡарған.
"Планета" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә үткән сарала Өфөнөң "Мираҫ" йыр-бейеү ансамбленең, Ҡала мәҙәниәт һарайының, ҡала мәҙәни-ял үҙәгенең, Өфө балалар филармонияһының, "Моторостроитель" мәҙәниәт һарайының, Мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәгенең, "Башҡортостан" дәүләт концерт залының артистары ҡатнашҡан. 250-гә яҡын кеше башҡорт яугирҙәренең гимнына әйләнгән "Шайморатов генерал" йырын яңғыратҡан. Флешмобҡа сауҙа үҙәгенә килеүселәр ҙә ҡушылған. Артистар сығышты "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" тигән һүҙҙәр менән тамамлаған.