Йәмғиәт
12 Октября 2022, 09:50

“Өмөт йорто” берәҙәк хайуандар өсөн приют”

Берәҙәк хайуандар бөгөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Ошо көндәрҙә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектына ярашлы Благовещен районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында үткән кәңәшмәлә тап ошо тема күтәрелгән.  #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Берәҙәк хайуандар бөгөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Ошо көндәрҙә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектына ярашлы Благовещен районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында үткән кәңәшмәлә тап ошо тема күтәрелгән. 

 “Өмөт йорто” берәҙәк хайуандар өсөн приют” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры районда хужаһыҙ хайуандар өсөн приют асыу пландары хаҡында һөйләгән. Ғәмәлгә ашырыу этаптары һәм артабанғы эштәр тикшерелгән. Төҙөлөш өсөн яраҡлы ер участкаһын йәки әҙер бина һайланасаҡ.

Район хакимиәиендә белдереүҙәренсә, Благовещенда хужаһыҙ хайуандар проблемаһы көнүҙәк, шуға күрә приют ойоштороу – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.

Үҙ эшен асыусыларға ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты нигеҙендә бойомға ашырыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас