Йәмғиәт
13 Октября 2022, 06:48

Балиғ булмаған балалар өсөн һалымды кем түләй?

Әлеге ваҡытта күсемһеҙ милеккә эйә булыусылар араһында  бәлиғ булмаған балалар артҡандан-арта бара.

Ғәҙәттә, балалар әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланып һатып алынған күсемһеҙ милеккә хоҡуҡта өлөш ала, шулай уҡ мираҫ рәүешендә милектең милек хужаһы була. Белеүегеҙсә, фатир, ер участкаһы һәм транспорт сараһының бөтә хужалары һалым түләүселәр тип таныла һәм үҙҙәренең милкендә булған йәки биләгән мөлкәтенә ҡарата һалым түләргә тейеш.

        Балалар өсөн мөлкәт һалымын кем түләргә тейеш? Балиғ булмаған һалым түләүселәр һалым мөнәсәбәттәрендә ата-әсәләре, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусылар йәки опекундар, шул иҫәптән бәлиғ булмаған балаларының һалым түләү буйынса бурыстарын башҡарыусылар ингән законлы вәкилдәре аша ҡатнаша. 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандар законлы вәкилдәренең ризалығы менән үҙ милке менән үҙ аллы идара итергә һәм уның өсөн һалым түләргә хоҡуҡлы.

         Бәлиғ булмағандар өсөн һалым ташламалары ҡаралғанмы? Бәлиғ булмағандарҙың айырым категорияларына ҡарата федераль һалым льготалары билдәләнгән. Мәҫәлән, инвалид балалар һәр төрҙәге бер объектҡа ҡарата физик шәхестәрҙең милкенә һалым түләмәй, ә ер һалымы буйынса бер ер участкаһының 600 квадрат метрының  кадастр хаҡынан һалым һалынмаған күләмдә ҡайтарма ала. Бынан тыш, күсемһеҙ милек урынлашҡан урын буйынса бәлиғ булмаған муниципаль норматив хоҡуҡи акттар тарафынан физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һәм ергә һалым буйынса ташламалар бирелеүе мөмкин. Мәҫәлән, Өфөлә 18 йәшкә тиклемге күп балалы ғаиләләрҙәге (өс йәки унан күберәк балаһы булған) балалар һалым түләүсенең милкендә булған бер һалым һалыу объектына ҡарата һалым ташламаһына хоҡуҡлы.

     Һалым льготаларының тулы исемлеге менән Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында «Мөлкәт һалымдары буйынса ставкалар һәм льготалар тураһында белешмә мәғлүмәт» сервисы ярҙамында танышырға мөмкин.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас