

Таһир Булат улы инде бер нисә йыл рәттән район мәктәптәренә «Башҡорт халҡының тарихы», «Башҡорт ырыуҙары тарихы» һ.б. тарихи китаптар бүләк итә.
— Былтыр өс мәктәпкә һәм үҙәк китапханаға, быйыл март айында өс белем усағына китаптар тапшырҙым. Бөгөн тағы ла үҙәк китапханаға, Таштимер, Амангилде, Ҡырҙас, Ташбулат, Дәүләт, Хәлил, Әбделмәмбәт, Ишҡол мәктәптәренә бүләк итәм, – тине ул сығышында.
Т. Фәттәховҡа Әбделмәмбәт, Таштимер, Хәлил урта мәктәптәре директорҙары рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Бөгөнгө көндә электрон китаптар донъяны баҫып алып барһа ла, китаптың әһәмиәте үҙгәрмәй. Ул һәр ваҡыт бер маҡсатҡа — телде, мәҙәни байлыҡтарҙы һаҡлауға хеҙмәт итә, киләсәктә лә шулай булһын.