Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән берлектә Мәскәү университеттары студенттары менән осрашыу үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусыларға республика студенттары иҫәп тота алырлыҡ финанс ярҙам саралары тураһында һөйләнеләр. Инновацион идеяһы булған йәштәр проектты башлап ебәреүгә миллион һум алыу мөмкинлегенә эйә.
«Университет технологик эшҡыуарлығы платформаһы»на ярашлы 2024 йылдың аҙағына тиклем Рәсәй Хөкүмәте студенттарҙың бизнес-идеяларына ярҙам итеүгә 4,5 миллиард һум йүнәлтә. Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Татарстан менән бер рәттән Башҡортостан проекттар һаны буйынса лидерҙар иҫәбенә инде. Беҙҙең республиканан йәмғеһе 271 заявка ҡабул ителде, был республиканың юғары инновацион потенциалын тағы бер тапҡыр раҫлай. Быға, һис шикһеҙ, Башҡортостан Республикаһындағы Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәгенең эше булышлыҡ итә. Ағымдағы йылда Башҡортостандан 62 проект Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан ярҙам алды. Төбәктә «Технологик эшҡыуарлыҡ платформаһы» федераль программаһы ғәмәлгә ашырыла, атап әйткәндә, университет стартап-студияһы булдырылған. Уға сәнәғәт ҡалдыҡтарынан яңы материалдар етештереү, предприятиеларҙа яһалма интеллект индереү һәм башҡа перспективалы йүнәлештәр буйынса эшләнмәләр индерелгән.
Стартап-студияны үҫтереүгә алдағы өс йылда йыл һайын 100 миллион һумға тиклем федераль аҡса йәлеп итеү күҙаллана. Эксперттар университет эшҡыуарлығын Мәскәү вуздарында уҡыусы башҡорт студенттары менән алға ебәреү өсөн тупланған тәжрибәһе һәм мөмкинлектәре менән уртаҡлашты. Бөтә был эштәр "Мәғариф" милли проектын бойомға ашырыуҙа ла ҙур аҙым.
ФОТО: "Башинформ"