Йәмғиәт
22 Октября 2022, 05:50

Республикала Бөтә Рәсәй турист премияһының финалы буласаҡ

Финал сараларында ҡатнашыуға 343 проект хоҡуҡ ала, уларҙың 38-е – Башҡортостан Республикаһынан. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Конкурс комиссияһына Рәсәйҙең 67 төбәгенән 571 проект тапшырылған.Финал сараларында ҡатнашыуға 343 проект хоҡуҡ ала, уларҙың 38-е – Башҡортостан Республикаһынан.

Сара 31 октябрҙән алып 2 ноябргә тиклем II Этнотуризм буйынса халыҡ-ара форумы сиктәрендә үтә, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.  Ул “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә ойошторола. Премия финалынан тыш, форумда ҡатнашыусыларҙы пленар сессия, түңәрәк өҫтәлдәр, секция ултырыштарынан торған ҡыҙыҡлы программа көтә. Шулай уҡ “Халыҡ-ара этномәҙәни туризм” күргәҙмәһе ойошторола.

“Йыл маршруты” Бөтә Рәсәй турист премияһы 2014 йылда ойошторолған. Һигеҙ йыл дауамында конкурста илдең 84 төбәгенән 2724 проект ҡатнашҡан. Премия хаҡында мәғлүмәттәр уның рәсми сайтында (www.tourawards.ru ) һәм “Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми сәхифәһендә урынлаштырылған. Сара “Торатау” конгресс-холында үтә.

Фото – БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-10-20/bash-ortostanda-yyl-marshruty-2022-b-t-r-s-y-turist-premiya-yny-finaly-k-t-l-2996557?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420 

Автор:
Читайте нас