Йәмғиәт
24 Октября 2022, 04:26

Чемпионат уңышлы үтте

20-22 октябрҙә Өфөлә ишетеү һәләте боҙолған 18-35 йәштәгеләр өсөн һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионат үтте.

Быйыл компетенциялар һәм ҡатнашыусылар һаны артҡан. Милли чемпионат 34 компетенция буйынса үткәрелгән, унда 45 төбәктән 350-нән ашыу кеше ҡатнашҡан. Башҡортостан Республикаһынан 21 ҡатнашыусы 14 компетенцияла сығыш яһап, чемпионаттың 10 наградаһын 2 алтын, 5 көмөш, 3 бронза яулаған.

      Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, икенсе Милли чемпионаттың ойоштороусылары булып Президент гранттары фонды ярҙамында Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте һәм  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сығыш яһаны.

     Чемпионаттың маҡсаты - ишетеү һәләте боҙолған йәштәрҙең профессиональ оҫталығын үҫтереү һәм күрһәтеү, ишетмәгән йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү, һаңғырау һәм насар ишетеүселәрҙең һөнәри мөмкинлектәренә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас